ВКЛ / ВЫКЛ: ИЗОБРАЖЕНИЯ: ШРИФТ: A A A ФОН: Ц Ц Ц Ц

ГБПОУ Мелеузовский многопрофильный
профессиональный колледж

ГБПОУ ММПК

 

При размещении модуля в этой позиции блок с адресом отключается

ГБПОУ Мелеузовский многопрофильный
профессиональный колледж

ГБПОУ ММПК

МЕНЮ

МӘҒЛҮМӘТ

Үткәреү ваҡыты: 2020 йылдың 25 апреле

Үткәреү урыны: онлайн-форматта, «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы», «Интернет» селтәре

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 18 мартында баҫтырылған 246-р һанлы бойороғона ярашлы 2020 йылдың 25 апрелендә “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант - 2020” акцияһын үткәрәсәк.

Ойоштороу һәм эш комитеттары составы, “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант - 2020” акцияһын ойоштороу һәм үткәреү планы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының 2020 йылдың 1 апреленән 402-се бойороғо менән раҫланды.

Диктант-2020 ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы.

Илдәге һәм донъялағы эпидемиологик хәлдәргә бәйле башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 2020 йылда беренсе тапҡыр тулыһынса онлайн-форматта уҙғарыу планлаштырыла. Акцияла ҡатнашыу өсөн https://bashkdictant.ru/ сайтында теркәлергә кәрәк.

2020 йылдың 25 апрель көнө 11:00 сәғ. (Өфө ваҡыты) «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә».

сәғәт 11:00-ҙән сәғәт 11:15-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;

сәғәт 11:30-ҙан сәғәт 11:55-кә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;

сәғәт 12.00-нән сәғәт 12.20-гә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Добавить комментарий


Защитный код
Обновить

Яндекс.Метрика
© 2024. ГБПОУ Мелеузовский многопрофильный профессиональный колледж.